Исполнитель: | Тимур Әхмәтйәнов (Башҡорт) |
Пользователь: | Ilgizar |
Длительность: | 130 секунд |
Начальная пауза: | 12 секунд |
Названия аккордов: | Не установлено |
Матерная: | |
Комментарии к подбору: | Нет |
C D Em C D Em
C---------------------------------- D
Әкиәт бөттө... Төп герой үлде...
Ярылған йөрәк фонында титрҙар китте,
Em
Кешеләр поп-корндарын көйшәп сыҡты,
---Emк
Ә мин ҡалдым, мин тынһыҙ ҡалдым.
C---------------------------------------- D
Ҡараңғы залдың бушлығын тойоп,
Йөрәгемде һары һағыштар үтте сыйып
Em
Һәм юйып бар меҫкен булмышымды –
Белһәң ине нисек мин һине һағындым.
C
Ләкин һин бәхетте һумдар менән үлсәнең,
D
Долларҙарға күсереп шунда шатлыҡ күрҙең.
Em
«Мөхәббәт» тигән һәйкәл ҡәбер ташы хәҙер
Һәм көтәлер ул беҙҙе.
C
Бар хыялдарыбыҙ абортҡа дусар булды,
D
Яҙмыш уларҙы ҡырҡып алды һәм ташланы
Em
«Иҫтәлек» тигән сүп-сар соҡорона,
Ләкин күңелдә нимәлер һаман яна.
-------C---------------------------------------- D
Ҡ(2т): Тик беләм, һин әйләнеп ҡайтмаҫһың
----------------Em------------------------- D
Һәм ташламаҫһың ялтыр донъяңды.
C------------------------------- D
Мин һине хәтеремдән юйырмын
------------Em--------------------- D
Һәм онотормон телефоныңдың... номерын. C D
2. Ә йылдар үтә, хәтерҙәр өтә,
Йөрәктәр яраланһа ла һаман да ниҙер көтә.
Беҙ – тормоштоң төбөндә, хыялдар – күктә,
Ни булырын белмәйбеҙ һин дә, мин дә.
Телефонымдағы фотоңа ҡарап,
Яңғыҙлыҡта ултырам үҙ-үҙемдән һорап:
«Ниңә осраттым? Ниңә яраттым?
Ниңә ҡулыбыҙҙағы бәхет бик тиҙ ҡасты?»
Ләкин яуаптар тапһаң да ишектәр бикле,
Мөхәббәт мәңге булһа ла аңыбыҙ сикле.
Мин ҡуям «бишле» шәп карьераңа,
Ә һинең күҙҙәреңдән һағыш тама,
Сөнки һин бәхетте һумдар менән үлсәнең,
Һөйөүҙән дә көслөрәк булған хис теләнең.
Белмәнең ундай хистең юҡ икәнен
Һәм шуның өсөн берәй көн үкенерһең...
группа Вк #БашкортГитара